1. Родителям
  2. Новости
  3. Кремль Шыршыһы байрамынан - онотолмаҫ тәьҫораттар менән

Кремль Шыршыһы байрамынан - онотолмаҫ тәьҫораттар менән

Март 26, 2020 Просмотров: 34

25 декабрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә төрлө предмет олимпиадаларында, ижади конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған алдынғы уҡыусылар Кремль Шыршыһы янына йыйылды. Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан 114 уҡыусы саҡырылды был байрамға. Улар араһында беҙҙең мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы Истәкова Сара ла бар. Сара уҡыуҙа ла, мәҙәниәттә лә уңыштарға ирешкән алдынғы уҡыусы. Йыл һайын ул туған мәктәбен төрлө еңеүҙәре менән ҡыуандыра. "Бәләкәй фәндәр академияһы" фәнни-эҙләнеү, "Йәнле классика" урыҫ яҙыусылары әҫәрҙәрен ятлау конкурстары, "Әхмәт әйтеше" сәсәндәр бәйгеһе, республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланған иншалар конкурсы еңеүсеһе ул. Ижади конкурстарҙан бигерәк тә халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡомартҡыһы булған "Урал батыр" йәш сәсәндәр бәйгеһен үҙ итә. Эпосты ятлау буйынса район, республика, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашып еңеү яуланы. Туған халҡыбыҙҙың был ҡомартҡыһын Сара тулыһынса ятлап, ҡумыҙҙа, думбырала уйнап башҡара, конкурстарҙа районыбыҙ данын яҡлап сығыш яһай.
Уҡыуҙан тыш, мәктәптең баскетбол, футбол командаларында уйнай, төрлө концерттарҙа матур бейеүҙәр башҡара.
Баш ҡаланан Сара онотолмаҫ тәьҫораттар менән ҡайтты. Шундай оло бүләк менән ҡыуандырғандары өсөн, район мәғариф бүлегенә, мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларға ҙур рәхмәтлемен, тип һөйөнә Сара. Уға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!