28 декабрь көнө Иҫке Монасип ауылында тюбинг миҙгелен асыу байрамы үтте.
Был байрамға, Яңы йылға арналған төрлө конкурстарҙа яулаған уңыштары өсөн, Иҫке Монасип мәктәбенең 5-се, 7-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары саҡырылды. Яңы ғына 2-се сиректе тамамлаған уҡыусылар тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рәхәтләнеп тауҙан шыуып ҡына ҡалманылар, яңғыраған дәртле музыкаға ҡушылып, күңел асып, бейеп, йырлап та алдылар. Ә инде эҫе сәй һәм былау (плов) буласаҡ тигәнгә, бөтәһе лә шатланып, дәррәү генә ашарға йыйылдылар. Ысынлап та, ихлас итеп шыуып алғандан һуң, кемдең генә эҫе сәй эсеп, ашап алғыһы килмәһен инде! Саф һауала дуҫтар менән бергә гөж килеп туйынып алыу айырыуса оҡшаны балаларға. Ошондай күңелле ял, тәмле һый бүләк иткән өсөн тюбинг ойоштороусыһы Көнәфин Рәжәп Мостафа улына, мәктәп администрацияһына һәм уҡыусыларҙы ҡурсалап алып йөрөгән класс етәкселәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тюбинг сезонын асыу байрамы яҡшы кимәлдә үтте. Уҡыусылар бик ҡәнәғәт булып, рәхмәт әйтеп шатланып ҡайттылар. Артабан да эшегеҙҙә уңыштар, юғары үрҙәр теләйбеҙ!