1. Родителям
  2. Новости
  3. Оло быуын вәкилдәренең аҡыллы фекерҙәре, фәһемле кәңәштәре, ярҙамы һәр беребеҙ өсөн кәрәк.

Оло быуын вәкилдәренең аҡыллы фекерҙәре, фәһемле кәңәштәре, ярҙамы һәр беребеҙ өсөн кәрәк.

Апрель 6, 2020 Просмотров: 50

Оло быуын вәкилдәренең аҡыллы фекерҙәре, фәһемле кәңәштәре, ярҙамы һәр беребеҙ өсөн кәрәк. Мәктәп тормошонда актив ҡатнашып, уҡыусыларға, коллективҡа ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороусы мәғариф ветерандарыбыҙ бихисап. Ошо эште артабан да ныҡлы итеп дауам итеү маҡсатында бөгөн мәктәптә ветерандар советының яңы составы һайланды. Ете ветеран уҡытыусынан торған советты Дәүләтбирҙин Заһир Сәлих улы етәкләйәсәк, ә сәркәтибе итеп Буранбаева Нәилә Мөҙәрис ҡыҙы тәғәйенләнде. Йәнле һөйләшеүҙә советтың маҡсаты, бурыстары, киләсәккә пландары раҫланды. Төрлө һорауҙарға яуап эҙләнелде, тәҡдимдәр ҡаралды. Киләсәктә мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә булырға, тигән изге уйҙар менән таралышты беҙҙең мәғариф ветерандарыбыҙ. Уларға был эштәрендә именлек, һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ.