1. Родителям
  2. Новости
  3. “Зарница”

“Зарница”

Апрель 6, 2020 Просмотров: 23

Мәктәбебеҙҙә хәрби- патриотик айлыҡ сиктәрендә, уҡыусыларҙың яратҡан “Зарница” уйыны үтте.
5-11-се класс уҡыусылары ике батальонға бүленде, командирҙар һайланды.
Уйынға һәр батальон алдан уҡ әҙерлек эштәре башланы. Һәр береһе хәрби кейем, ҡорал, погон әҙерләне. Батальондың йыры, флаг, санитарҙар һәм уларҙың кәрәк-яраҡтары ла булырға тейеш ине.
Уйын башланғансы командирҙар - 9-сы кластан Буранов Ильвир һәм 11-се кластан Әхтәмов Аяз тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Азамат Ҡотлобаевҡа рапорт тапшырҙы. Ярыш иң көслө һәм етеҙ санитарҙарҙың носилкаларҙа яу яланынан яралы һуғышсыны алып сығыуҙан башланды. Артабан противогаз кейеп йүгереү анһаттан булманы. Шулай уҡ атыу өсөн һауа шарҙарынан торған сәп, мина йәшерелгән майҙансыҡ, уҡ менән атыу, ҡаршылыҡлы араны үтеү кеүек ярыштар көтә ине уйынсыларҙы. Мина яланында Муллағолов Фәнүз, Көнәфин Ишморат оҫта саперҙар булып танылдылар. Автоматты тиреп-йыйыуҙа 2-се батальондан Муллағолов Аяз- 28 секундта йыйһа, атыуҙа Буранов Айгиз менән Көнәфин Динис, Бикмәтов Әсҡәт мәргәнлек күрһәтте. Саңғы ярышында 1-се батальондан Йомағолова Яҙгөл финишҡа беренсе килде. Уйындың иң ҡыҙыуы һәм яуаплыһы Ҡыйрат тауына менеп флаг ҡаҙау булды. Команда биреү менән, тәрән көрткә ҡарамай, етеҙ генә тауға артыла башланылар. Тау аҫтындағылар үҙ батальоны өсөн янып-көйөп, дәррәү алҡышлап, дәртләндереп торҙолар.
Әле беренсе, бер ҡараһаң, икенсе батальон уйынсылары алға сыҡты. Ярыш сәмле, ҡыҙыу барҙы. Ниһәйәт, 2-се батальондан Вәлиев Вадим беренсе булып тауҙы яуланы. Бына «Ура!” ҡысҡырыуҙар, ҡотлауҙар...
Был уйын балалар күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Уйында еңеүсе тип , 2-се батальон табылды.