28 февраль көнө Район Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән "Арғымаҡ" башҡорт этно- рок төркөмө концерты беҙҙең мәктәп уҡыусыларының хәтерендә мәңгегә ҡалыр тиһәк тә хата булмаҫ
Апрель 6, 2020
Просмотров: 23
Билдәләнгән ваҡытта хан һарайындай Мәҙәниәт йорто шығырым тулы ине. Башҡорт рухы менән һуғарылған бай йөкмәткеле концерт барыһының да, йәшенең дә олоноң да күңеленә хуш килде.Йырлатты ла, бейетте лә "Арғымаҡтар"!
Заманса стилдәге йырҙар менән бер рәттә боронғо халыҡ йырҙары ла урын алған был дәртле төркөм репертуарында.
"Башҡорт рухы күңелегеҙҙә мәңге һүрелмәһен,башҡорт телен, илен һаҡлайыҡ, егеттәребеҙ батыр булып, ҡыҙҙарыбыҙ - донъя биҙәге булып үҫһендәр!" тип тамамланылар улар концертты.
Аҙағынан барыһы ла иҫтәлеккә сағыу, дәртле тамаша бүләк иткән төркөм менән фотоға төшөп, рәхмәттәр әйтеп таралыштылар.