1. Родителям
  2. Новости
  3. Йәгеҙ әле ,ҡыҙҙар!

Йәгеҙ әле ,ҡыҙҙар!

Апрель 6, 2020 Просмотров: 179

Ҡыҙ күңеле йыл миҙгеле
Миҙгелдәрҙә -йәмлелек,
Ил-йорт күрке -ҡыҙҙар үҫһен.
Тормош булһын мәңгелек.

5 март көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә башланғыс класс ҡыҙҙары өсөн 8 март Халыҡ -ара ҡатын ҡыҙҙар көнөнә арналған "Йәгеҙ әле ,ҡыҙҙар !"исемле сара үтте.Гөлфирә Азат ҡыҙы һәм Марина Рафаил ҡыҙы сәхнәне байрамса биҙәп ,ярышҡа төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ,һорауҙар әҙерләп алып килгәйне.Бына береһенән -береһе һылыу,аллы -гөллө күлдәктәр кейгән, күбәләктәрҙәй ҡыҙҙарыбыҙ сәхнә түренә саҡырылды.Уйындың шарттары менән таныштырып ,ҡыҙҙарҙы ике командаға бүлгәс,ҡыҙыу ярыш башланып китте.Һәр команда исем,йыр,девиз әҙерләп үҙҙәре менән таныштырып үтте. Ҡыҙҙар магазинға ла барҙылар,кер ҙә йыуҙылар,төрлө һорауҙарға яуап биреп белемдәрен ,етеҙлектәрен,сослоҡтарын да күрһәттеләр.Бөтә һылыуҡайҙарыбыҙ ҙа сәстәренә матур прическалар эшләгәндәр. Ҡыҫҡаһы ,бар яҡтан да һынатманылар..Ә егеттәребеҙ ихлас күңелдән һәр команда өсөн ауырып ,ҡыҙҙарыбыҙҙы дәртләндереп ултырҙылар.Сәмле ярышта ике команда ла тигеҙ мәрәйҙәр йыйҙы.Ярыш аҙағында һәр кластың егеттәре ҡыҙҙарҙы һәм уҡытыусы апайҙарҙы байрам менән ҡотланы.
Беҙ ҙә ,уҡытыусы апайҙар,һылыу ,нәзәкәтле,уңған,аҡыллы,һөймәлекле ҡыҙҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ.Уларға һаулыҡ,уҡыуҙарында уңыштар,йөҙҙәре һәр ваҡыт нурлы ,итәғәтле,тәүфиҡлы,изге күңелле,әҙәпле булыуҙарын теләйбеҙ. Байрам менән!