"Йыл уҡыусыһы -2020"
13 март көнө Байназар ауылы Мәҙәниәт йорто районыбыҙҙың иң белемле, аҡыллы, сос,бар яҡтан да өлгө булырлыҡ уҡыусыларҙы "Йыл уҡыусыһы -2020" бәйгеһенә йыйҙы.Был мәртәбәле,хәҙер инде тиҫтәнән ашыу йыл уҙғарылып килгән бәйгелә ҡатнашыу бәхете беҙҙең мәктәптән 8-се класс уҡыусыһына тәтене.1 -се кластан алып тик "4" һәм "5" билдәләренә өлгәшеүсе ҡыҙ мәктәп, район, республика бәйге, олимпиадаларында ҡатнашып призлы урындар яулап тора.Шулай уҡ ҡул эштәренә оҫта.Айырыуса ырғаҡ менән төрлө сәскәләр, салфеткалар бәйләргә маһир. Класташтары араһында абруйлы,ярҙамсыл ҡыҙ "Йыл уҡыусыһы - 2020" бәйгеһендә һынатманы, лайыҡлы сығыш яһап маҡтау грамотаһына һәм сертификатҡа лайыҡ булды.Уға артабанғы уҡыуында уңыштар,яңынан -яңы үрҙәр,бәхетле киләсәк теләп ҡалабыҙ. Афарин, гел шулай тырыш бул!!!