Коронавирус нимә ул? Нисек һаҡланырға?
Коронавирус-һуңғы көндәрҙә халыҡ араһында иң киң таралған темаларҙың береһе. 2019 йылдың аҙағында Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында башланған коронар вирус 2019-nCoV әлеге ваҡытта 130 -ҙан ашыу илдә таралған. 2020 йылдың 11 мартында Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан пандемия иғлан ителде. Һуңғы мәғлүмәттәрҙән Рәсәйҙә коронавирус менән ауырыусыларҙың 93 осраҡ теркәлеп, 5 кеше һауыҡҡан, үлеүселәр юҡ. Ә Башҡортостанда коронавирус сирлеләр юҡ. Әлеге көндә сирҙән һаҡланыу саралары, кәңәштәр актуаль булып тора.
Коронавирус нимә ул? Нисек һаҡланырға?
Коронавирус - ул юғары һулыш юлдарын зарарлай торған киҫкен вируслы инфекция. Башлыса был сир менән иммунитеттары ҡаҡшаған өлкәндәрҙең ауырыуҙары асыҡланған. Коронавирус сирле кешенән һау кешегә йүткергәндә, сөскөргәндә, көн-күреш әйберҙәре аша күсеүе ихтимал. Шунлыҡтан ауырыу кешегә яҡын бармаҫҡа, 1 метр йыраҡлыҡта йөрөргә кәрәк. Беренсе билдәләр һиҙелеү менән, ауырыуға шик тыуғанда шунда уҡ табибҡа күренергә кәрәк.
Коронавирус симптомдары:
-Тамаҡта ауыртыу тойғолары;
-Көсһөҙлөк, баш ауыртыуы, арығанлыҡ;
-Көслө йүтәл;
-Температура.
Вирустан нисек һаҡланырға:
-Өйҙө елләтергә;
-Ашар алдынан ҡулдарҙы яҡшылап һабын менән йыуырға;
-Кеше күп йыйыла торған урындарҙа йөрөргә тырышмаҫҡа;
-Өйҙө таҙа тоторға;
-Һатып алынған еләк-емештәрҙе ҡат - ҡат йылы һыу менән йыуырға.
Һаҡланғанды һаҡлармын тигән Аллаһ тәғәлә. Ошо ябай ғына кәңәштәрҙе тотайыҡ, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға битараф булмайыҡ.