Балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала
Балаларҙың юл-транспорт хәл-ваҡиғаларына тарыуы киҫкен мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Бындай фажиғәләр айырыуса, каникул, ял осорҙарында йыш күҙәтелә. Саф һауала уйнағанда,мәктәпкә юлланғанда, ҡайтҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү фажиғәгә илтеүе ихтимал.Битарафлыҡ арҡаһында меңләгән баланың ғүмере өҙөлә.Баланы- баштан, талды-йәштән бөк тигәндәй, балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү бәләкәй саҡтан уҡ башланыуы хуплауға лайыҡ.
Бөгөн 1-се класс уҡыусылары өсөн «Юл ҡағиҙәләре-беҙҙең дуҫтар» тигән класс сәғәте үтте.Уҡыусылар юл ҡағиҙәләре тарихы менән таныштылар, юл ҡағиҙәләрен, билдәләрен иҫкә төшөрҙөләр, әкиәт персонаждары ярҙамы менән нимә ярай, нимә ярамағанды үҙләштерҙеләр, уйындар уйнанылар, йомаҡтар систеләр. Шуныһы ҡыуаныслы:уҡыусыларыбыҙ юл ҡағиҙәләрен, билдәләрен беләләр һәм ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа һүҙ бирҙеләр.
Мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Марина Рафаил ҡыҙы Йыһанурова ла уҡыусыларға үҙенең теләктәрен еткерҙе. Айырыуса, каникул осоронда, урамда уйнағанда һаҡ булырға, ата-әсәләрҙе тыңлап йөрөргә өндәне, ололарһыҙ юлға сыҡмауҙарын үтенде һәм мәктәп администрацияһы исеменән уҡыусыларға яҡтыртҡыс таҫмалар бүләк итте.