Төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу үтте
Март 5, 2018
Просмотров: 144
Билдәләнгән ваҡытҡа саҡырылған ҡунаҡтар килеп тә еттеләр. Был матур сарала уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән бик матур концерт номерҙары - йырҙар, һәм дәртле бейеүҙәр тәҡдим ителде. Һәр сығарылыш класы үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, мәктәпкә һәм уҡытыусыларына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр. Тәүге тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, осрашыу юғары кимәлдә үтте. Ҡунаҡтар рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, йылы тәьҫораттар менән тыуған мәктәбе менән хушлаштылар.