Боҙ майҙансығына - 10 йыл
Март 5, 2018
Просмотров: 28
24 февраль көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә тәүге хоккей майҙансығы асылыуға 10 йыл тулыу айҡанлы хоккей турниры үткәрелде. Ошо башланғысҡа нигеҙ һалыусы Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улына, хоккей майҙансығын тергеҙеүҙә күп көс һалыусы мәктәп хеҙмәткәрҙәренә, физик культура уҡытыусылары Сәғиҙә һәм Мансур Газиндарға рәхмәт әйтелде һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ тәүге команда егеттәренә маҡтау ҡағыҙҙары менән берлектә иҫтәлекле бүләктәр бирелде.
Был турнирҙа 5 команда: Сермән, Байназар, Иҫке Собханғол (йәштәр), Иҫке Собханғол (ветерандар) һәм Иҫке Монасип командалары боҙ майҙансығында көс һынаштылар. Иртәнсәк сатлама һыуыҡ булһа ла, хоккейға битараф булмаған ауыл халҡы, көйәрмәндәр уйын барышын аҙағына тиклем ҡарап, көслө алҡыштар менән дәртләндереп, байрамға йәм өҫтәнеләр. Һөҙөмтәлә Иҫке Собханғол командаһы « Бөрйән айыуҙары» еңеү яуланы. 2-се урында Иҫке Монасиптың «Монасип Канадиенс» командаһы, 3-сө урынға Байназар хоккей командаһы лайыҡ булдылар. Ярыш бик сәмле булды. Киләсәктә спортсыларға яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.