1. Учителям
  2. Новости
  3. "Йыл уҡытыусыһы - 2019"

"Йыл уҡытыусыһы - 2019"

Январь 29, 2019 Просмотров: 42

24 ғинуар көнө Тимер,Нәби филиалдары менән берлектә Иҫке Монасип урта мәктәбенең Тимер филиалында " Йыл уҡытыусыһы - 2019" бәйгеһе үтте. Бәйгелә 5 уҡытыусы педагогик һәм методик белемдәре буйынса үҙ-ара көс һынаштылар. Уҡытыусылар үҙҙәрен төрлө ситуацияла һынап ҡаранылар. Бәйге дүрт өлөштән торҙо: "Асыҡ дәрес күрһәтеү", "Визит карточкаһы", "Оҫталыҡ класы", "Түңәрәк өҫтәл". Һәр уҡытыусы һынауҙарҙы лайыҡлы башҡарып "Йыл уҡытыусыһы - 2019" исеменә Тимер филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы Баймырҙина Дилә Ниязбай ҡыҙы Гран–при, Нәби филиалының математика, информатика уҡытыусыһы Шәрипов Сатвал Ғәлләметдин улы 1-се урын, Нәби филиалының тарих, йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәре уҡытыусыһы Теләүбаев Рөстәм Сафый улы менән Тимер филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы Алтынбаева Гөлиә Ғәзиз ҡыҙы икенсе урынды, Иҫке Монасип урта мәктәбенең биология,химия уҡытыусыһы Ғәлиуллин Илназ Шафиҡ улы 3-сө урынды яуланылар. Мәртәбәле бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусыларыбыҙ балаларға булған оло һөйөүҙәрен, ауыр һәм яуаплы булған эштәренә тоғро булыуҙарын, юғары һөнәри һәләттәрен тағы ла бер тапҡыр иҫбат иттеләр.Уларға алдағы көндәрҙә лә һынатмауҙарын, ғаилә бәхете, ижади бейеклектәр, уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Тимер филиалының коллективына « Йыл уҡытыусы – 2019» бәйгеһен юғары кимәлдә ойоштороуы өсөн Иҫке Монасип урта мәктәбе администрацияһы исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!