"Атай - әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә"
Январь 29, 2019
Просмотров: 50
25 ғинуарҙа мәктәптә "Атай - әсәй һәм мин - спорт һөйөүсе ғаилә" ярышы үткәрелде. Сәмле ярышта 5 ғаилә командаһы ҡатнашты. Һәр команда бик етеҙ, өлгөр, һәләтле икәнен иҫбат итте. Бына улар: Гран- при яулаусы Венер һәм Вәсилә Әмирхановтар ғаиләһе,1-се урын яулаусы Илгиз һәм Айгөл Муллағоловтар ғаиләһе, 2-се урын яулаусы Әнис һәм Әлиә Ишемғужиндар ғаиләһе,3-сө урын яулаусы Фәнил һәм Йәмилә Көнәфиндар ғаиләһе , Фидан һәм Гөлсинә Хәлитовтар ғаиләһе.
Афарин! Ярышты сәмле һәм ҡыҙыҡлы итеп алып барыусы физкультура уҡытыусыһы Бикмәтова Нурия Мырҙабай ҡыҙына һәм ярышта ҡатнашыусы бөтә ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!