1. Учителям
  2. Новости
  3. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу.

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу.

Январь 30, 2019 Просмотров: 92

23 ғинуарҙа беҙҙең мәктәптә Бөрйән районы хакимиәтенең Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән осрашыу үткәрҙе. Был осрашыуға полиция майоры Алтынбаев Артур Насибулла улы, полиция капитаны, Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның өлкән инспекторы Ҡотоева Дилә Рәмил ҡыҙы, Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия рәйесе Тажитова Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы, район хакимиәтененең опека һәм попечителлек секторының әйҙәүсе белгесе Вәхитова Айгөл Һатыбал ҡыҙы килгән ине. Осрашыуҙың төп маҡсаты бәлиғ булмаған балаларға закон ҡағиҙәләрен аңлатыу булды. Быйылғы йылда Бөрйән районында бәлиғ булмаған балалар тарафынан ҡылынған енәйәт эштәре тураһында һөйләп, уҡыусыларҙы аңлы булырға саҡырҙылар, уларға һәр бер ҡылынған яман эш өсөн яуаплылыҡты, законды белмәү язанан ҡотҡармау тураһында аңлаттылар. Уҡыусылар осрашыуҙан йәмғиәттәге тәртип, закондар тураһында күп кенә мәғлүмәт алдылар.